Яугирҙар менән осрашыу
Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр менән осрашыу үтте.
Осрашыуға колледждың сығарылыш курсы студенты, МХОла батырҙарса һәләк булған Ғәҙелшин Артурҙың яҡын дуҫтары, яуҙаштары Йосопов Әсҡәт Әхмәр улы, Галин Булат Рафаэл улы саҡырылды.
Уҡытыусылар Артурҙың студент йылдарын иҫкә төшөрҙө, йырҙарын тыңланы. МХОла ҡатнашыусы һалдаттар Баймаҡ районы Бетерә ауылы егетенең батырлығы, ҡыйыулығы тураһында һөйләне. Ысын дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм илһөйәрлек тураһында һүҙ барҙы.
"Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, һалдаттарыбыҙ иҫән - һау, еңеү менән тыуған ерҙәргә әйләнеп ҡайтһындар!"- тигән теләк менән таралышты һәр кем. Ҡунаҡҡа килгән яугирҙәргә оло рәхмәт белдерелде.








